3 декабрь, Шәмбе

07 март 2012 йыл, 14:24

Өфөлә Мәскәү ҡунаҡтары - «Emotion-orchestra» квартеты сығыш яһаясаҡ

автор: Розалия Вәлиева

Юрий Медяник һәм «Emotion-orchestra» Өфөлә «Танго ҡосағында» («В объятьях танго») исемле яңы программа тәҡдим итәсәк. Концерт Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 10 мартта үтәсәк.

Тамашасылар яратып өлгөргән композицияларҙан тыш, программаға Астор Пьяццолланың яңы, бығаса Рәсәйҙә башҡарылмаған йырҙары ла индерелгән. Концертта шулай уҡ совет осорондағы танго, әлеге ваҡытта ижад итеүсе авторҙар композициялары яңғыраясаҡ.

«Emotion-orchestra» коллективы 2006 йылда булдырылған, быға төркөм етәксеһе Юрий Медяниковтың танго музыкаһы менән ҡыҙыҡһыныуы сәбәп булған. Коллектив составына иң яҡшы музыканттар инә — Артем Дервоед (гитара), Айлен Притчин (скрипка), Андрей Тихонов (контрабас).