Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

8 Март алдынан Башҡортостанға ҡайтарылған сәскәләр күләме өс тапҡырға тиерлек арта

Иҡтисад

Башҡортостандың таможня хеҙмәткәрҙәре февраль-март айҙарында сәскәләр поставкалау күләмдәренең һиҙелерлек артыуын теркәгән. Бындай картина һәр ваҡыттағыса Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан күҙәтелә.

«Башинформ»ға Башҡортостан таможняһының йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса баш дәүләт таможня инспекторы Игорь Мешковтың хәбәр итеүенсә,  быйыл төбәктә февраль айында төбәк таможняһы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә яҡынса 730 мең долларлыҡ 80 тонна самаһы сәскә продукцияһына документтар тултырылған. Ә марттың беренсе, байрам алды аҙнаһында поставкалар күләме 42 тоннаға тиерлек еткән. Ғәҙәттә, айына был һан уртаса алғанда 30-35 тоннаны тәшкил итә.

Февраль-марттан тыш, август айы сәскәләргә бай була – сираттағы уҡыу йылы башланыуы һиҙелә, шулай уҡ Яңы йыл алдынан декабрҙә лә сәскәләр күпләп һатыла.

Халыҡ араһында раузалар иң ҙур һорау менән файҙалана. Дөйөм сәскә продукцияһының дүрттән өс өлөшө тиерлек уларға тура килә. Икенсе урында — хризантемалар, өсөнсөлә — ҡәнәферҙәр.

— Сәскәләр төбәккә Голландиянан, Эквадорҙан, Колумбия һәм Израилдән ҡайтарыла, — тип билдәләне агентлыҡ әңгәмәсеһе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть