4 декабрь, Йәкшәмбе

07 март 2012 йыл, 13:48

Башҡортостанда терегөмөшлө ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса методик рекомендациялар әҙерләнде

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы халыҡтан терегөмөшлө ҡалдыҡтарҙы йыйыу, транспортлау һәм зарарһыҙландырыу схемаларына методик рекомендациялар әҙерләне. Улар республиканың муниципаль район һәм ҡала округы хакимиәттәренә ҡулланыуға тәҡдим ителә.

Төбәк министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, документта терегөмөшлө ҡалдыҡтарҙы ҡабул итеүҙе ойоштороу, ҡабул итеү, йыйыу, һаҡлау, транспортлау һәм финанслау шарттары тәфсирләп яҙылған.

Терегөмөш – сәләмәтлеккә һәм тирә-яҡ мөхиткә үтә насар йоғонто яһаусы иң ныҡ таралған һәм хәүефле токсиканттарҙың береһе. Шуға күрә терегөмөшлө ҡалдыҡтарҙы утилләштереүҙе ойоштороуға айырыуса ҙур иғтибар талап ителә.

Халыҡтан терегөмөшлө ҡалдыҡтарҙы йыйыуҙы ойоштороу, ташыу һәм зарарһыҙландырыу схемаларына методик ҡулланмалар менән Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтында танышырға мөмкин.