Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә тыуып үҫкән һылыу «Евровидение-2012» конкурсының милли һайлап алыу туры финалына үтте

Йәмғиәт

Өфөлә тыуып үҫкән Рената Байкова Әзербайжанда «Евровидение-2012» конкурсының милли һайлап алыу туры финалына үтте, ул Rene исеме аҫтында сығыш яһай. Рәсәй исеменән сығыш яһау хоҡуғына 25 ҡатнашыусы көс һынашасаҡ. Улар араһында Марк Тишман, Эд Шульжевский, Юлия Волкова һәм Дима Билан да бар.

Рената Байкова Өфөнөң 39-сы гимназияһында уҡыған, инглиз телен тәрән өйрәнгән. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, буласаҡ йырсы ғаиләһе менән Мәскәүгә күсә, унда өс йылдан ашыу йәшәй инде.

Концертта Рената инглиз телендә үҙе яҙған «Һине һағынасаҡмын...» («Miss you») исемле йырҙы башҡарасаҡ. Яҡташыбыҙ 11-се булып сығыш яһаясаҡ. «Евровидение-2012» конкурсының милли финалы бөгөн, 7 мартта, 22 сәғәттә «Россия-2» телеканалынан тапшырыласаҡ.

— Конкурс финалы тыуған көнөмә тура килде, — тине Рената Байкова. – Үҙемде лә, ижадымды һөйөүселәрҙе лә шатландырырға теләйем.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть