Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

2012 йыл ҡоро һәм эҫе буласаҡ

Йәмғиәт

2012 йылдың Башҡортостанда былтырғы, 2011 йыл кеүек үк ҡоро килеүе көтөлә.  Әммә, белгестәр фекеренсә, уны республиканың ауыл хужалығына ла, урман хужалығына ла ҙур зыян килтергән 2010 йылғы ҡоролоҡло һәм эҫе йәй менән сағыштырып булмаясаҡ.

— Стәрлетамаҡ ҡалаһына тиклем Ағиҙел йылғаһы бассейнындағы тупраҡ көҙөн нормаға ҡарағанда 60 процентҡа күберәк дым тупланы. Дөйөм алғанда бассейн буйынса көҙгө дымлылыҡ нормаға яҡын, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ағиҙел һәм Урал йылғалары бассейндарындағы һыу объекттарына мониторинг үткәреү буйынса федераль дәүләт учреждениеһының һыу хужалығы системаларын, һаҡлана торған һыу зоналарын, яр линияһын күҙәтеү бүлеге начальнигы Әхтәм Ғәббәсов.

Уның әйтеүенсә, Ағиҙел йылғаһы бассейнындағы ҡар ҡатламында һыу запасы был декадаға ҡарата күп йыллыҡ күрһәткестәргә ҡарағанда 50-60 процентҡа түбәнерәк. Ағиҙел йылғаһы бассейнындағы ҡар ҡатламының ҡалынлығы әле 20-40 сантиметрҙы тәшкил итә, был да күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән 30-50 процентҡа кәмерәк. Норманан тайпылыш минус 25 процентҡа тиң.

— Ташҡын алды осорондағы гидрометеорологик хәлде иҫәпкә алып, Башҡортостан йылғаларындағы һыуҙың иң юғары кимәле күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән түбәнерәк йәки уларға яҡын буласаҡ, тип күҙаллана. 2011 йылда ташҡын һыуҙары нормаға яҡын булды. Быйыл да ошондай уҡ хәл көтөлә, — тип билдәләне Әхтәм Ғәббәсов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть