10 декабрь, Шәмбе

07 март 2012 йыл, 12:51

Йәмил Әбделмәнов байрам концертына саҡыра

автор: Розалия Вәлиева

«Мөхәббәттән башҡа нимә бүләк итәйем...» («Что тебе подарить, кроме верной любви...») тип аталған концерт Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында 7 мартта үтәсәк.

Программала — «Субботея», «Гармонь», «Порушка-параня», «Коробейники», «Вдоль по Питерской» рус халыҡ йырҙары, «Средь шумного бала», «Серенада Дон Жуана», «Только раз», «Обойми, поцелуй», «Я встретил вас», «Не пробуждай воспоминаний», «Очи черные» романстары.

Сарала шулай уҡ башҡа артистарҙың ҡатнашыуы көтөлә. Байрам кисәһенең режиссеры – Айһылыу Иҡсанова.

— Был концертта һәр кемдең үҙенең яҡты хәтирәләренә сорналыуын теләйбеҙ, — тине Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Йәмил Әбделмәнов. – Башҡарыусылар менән тамашасылар поэзия һәм музыка донъяһына сорналһын өсөн, йырҙар кешеләрҙе берләштерергә тейеш.