3 декабрь, Шәмбе

07 март 2012 йыл, 12:09

Республиканың ижади эшләүсе педагогтары «Рәсәйҙең мәғариф потенциалы» бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша ала

автор: Эльмира Сабирова

IX «Рәсәйҙең мәғариф потенциалы» бөтә Рәсәй конкурсын (бығаса ул «Мәғариф: киләсәккә ҡараш» тип аталды) Рәсәй мәғариф академияһы ҡатнашлығында «Киләсәк интеллекты» дөйөм Рәсәй бәләкәй фәндәр академияһы, «Обнинск полисы» мәғарифты, фәнде һәм мәҙәниәтте үҫтереү үҙәге һәм «Росинтал» фәнни-белем биреү үҙәге ойоштора.

Ижади эшләүсе педагогтарҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам күрһәтеү конкурстың төп маҡсаты булып тора.

Еңеүселәр 10 номинацияла билдәләнәсәк. Улар араһында — «Бөгөнгө мәктәптә һәләтле балалар», «Һәләтле балалар менән эшләүҙә уҡытыусының көнүҙәк мәсьәләләре», «Һәләтле балалар менән эшләү тәжрибәһе», «Һәләтле бала портреты», «Ижади һәләттәрҙе асыу буйынса программа методикалары һәм эстәлеге», «Һәләтле балалар менән эшләүҙә заманса технологиялар», «Фәнни-тикшереү эшмәкәрлеге аша ижади һәләтте үҫтереү», «Өҫтәмә белем биреү һәләтле балаларҙы үҫтереү факторы булараҡ», «Һәләтте үҫтереүҙә китап уҡыу роле», «Һәләтте үҫтереү өсөн ижади мөхит булдырыу».

Конкурс материалдары 16 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт — www.future4you.ru сайтында.