Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Яҙҙың тәүге аҙнаһында Башҡортостанда киҫкен вируслы инфекция менән ауырыусылар иҫәбе 13,4 процентҡа артҡан

Йәмғиәт

Үткән аҙнала республикала 19588 кешегә киҫкен вируслы респиратор иннфекция диагнозы ҡуйылған, тип хәбәр иттеләр Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығында. Эпидемиологтар 27 февралдән алып 4 мартҡа тиклем Башҡортостандың медицина учреждениеларына мөрәжәғәттәрҙе анализлаған. Бер аҙнала киҫкен вируслы инфекция менән ауырыусылар иҫәбе 13,4 процентҡа артҡан. Был күп йыллыҡ уртаса күрһәткестән 26,3 процентҡа түбән.

Баш ҡалала 5660 кеше вируслы инфекция йоҡторған, шуларҙың 65,7 проценты — 14 йәшкә тиклемге балалар. Дөйөм алғанда, Өфө халҡының грипп һәм респиратор вируслы инфекция менән ауырыу кимәле эпидемик сиктән 34,7 процентҡа түбән.

Респиратор вирустарҙың циркуляцияһына мониторинг үткәреү һөҙөмтәһендә эпидемиологтар, вируслы инфекция һәм гриптың этиологик картинаһында республикала А тибындағы миҙгелле грипп вирустары (тикшерелгәндәрҙең 10,6 проценты) өҫтөнлөк итә, грипҡа ҡарамаған вирустарҙың сағыштырмаса ауырлығы 6,4 процентты тәшкил итте, тип билдәләгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть