Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры профсоюз хәрәкәте активистарын тәбрикләне

Сәйәсәт

Кисә Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһының Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә ҡарата концерт үткәрҙе. Байрамда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов та ҡатнашты.

– Республиканың мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендә, социаль хеҙмәттәр органдарында эшләүсе кешеләрҙең дүрттән өс өлөшө — ҡатын-ҡыҙҙар, — тине Азамат Илембәтов. — Әммә бында эш һанда ғына түгел, ә улар башҡарған эштең сифатында. Тырышлыҡ, иғтибарлыҡ, сабырлыҡ талап ителгән эште ҡатын-ҡыҙҙар ғына башҡара ала.

Премьер бөгөнгө йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ ролен баһалауҙа яңы тенденцияларҙы ла һыҙыҡ өҫтөнә алды: «Гүзәл зат үҙенең ғаилә усағын һаҡлаусы, яратҡан әсә, ҡатын ролдәрен лайыҡлы үтәһен өсөн дәүләт быға күберәк иғтибар бүлә башланы».

Премьер-министр республикала йәшәүсе барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотланы һәм профсоюз хәрәкәте активистарына Башҡортостан Хөкүмәте грамоталарын тапшырҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть