4 декабрь, Йәкшәмбе

07 март 2012 йыл, 11:25

Өфөлә «Тыуған ер батырҙары» патриотик йырҙар конкурсы үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Өфөлә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты менән берлектә ҡаланың Йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләү үҙәге менән ойошторолған «Тыуған ер батырҙары» патриотик йырҙар конкурсы үтәсәк.

Унда 12-30 йәштәге башҡарыусылар (коллектив-ансамблдәр) ҡатнаша ала. Өс йәш төркөмө билдәләнгән: 12 — 14; 15 — 17; 18 — 30 йәштәгеләр.

Түбәндә тәҡдим ителгән тематика буйынса әҫәрҙәр башҡарыу ҡаралған: Ватан һаҡсыларының ҡаһарманлығын һәм хәрби хеҙмәтен пропагандалаусы йырҙар; Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы тураһындағы йырҙар; дуҫлыҡ һәм тыныслыҡ тураһындағы йырҙар.

Ойоштороусылаҙың хәбәр итеүеҙсә, концерт программаһы ике этаптан – конкурстан һәм гала-концерттан тора. Конкурсанттарҙың ниндәй сиратта сығыш яһауын жюри билдәләй.

Конкурста ҡатнашыуға заявкалар 5 апрелгә тиклем Октябрь проспекты, 118 (26, 28-се бүлмә) адресы буйынса ҡабул ителә, тел. 279-06-60.