3 декабрь, Шәмбе

07 март 2012 йыл, 10:47

Өфөнөң вакансиялар банкында – 14250 буш эш урыны

автор: Галина Бахшиева

Өфөнөң вакансиялар банкында бөгөн 14250-нән ашыу буш эш урыны иҫәпләнә, шул уҡ ваҡытта баш ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә 8610 эшһеҙ иҫәптә тора. Уларҙан яҡынса 8360 кеше эшһеҙлек буйынса пособие ала.

«Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙлек кимәле ҡалала бөгөн 1,53 процент тәшкил итә. Баш ҡаланың хеҙмәт биржаһында йәмғеһе 9070 кеше иҫәптә тора.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йыл башында Өфөлә 8100 вакансия һәм 8800-ҙән ашыу эшһеҙ иҫәпләнә ине. Эшһеҙлек кимәле ул ваҡытта 1,59 процент тәшкил итте.