5 декабрь, Дүшәмбе

07 март 2012 йыл, 10:32

Рөстәм Хәмитов ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 Март байрамы менән ҡотланы

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Кисә Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған концертта сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Республика башлығы тантаналы сара барышында гүзәл заттарҙы 8 Март байрамы менән ҡотланы һәм «Ҡатын-ҡыҙ образдары» күргәҙмәһен ҡараны.

— Ҡәҙерле, һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! – тип мөрәжәғәт итте Рөстәм Зәки улы Өфөнөң хеҙмәт коллективтары һәм ойошмалары вәкилдәренә. – Башҡортостан Республикаһының ир-егеттәре исеменән һеҙҙе ошо матур яҙғы байрам – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым. Иң ауыр эш гүзәл заттарҙың иңенә төшәлер ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ир-аттарға эгоистик сифаттар хас. Тормошобоҙҙоң ауырлыҡтары ҡатын-ҡыҙҙар иңенә төшә. Әммә улар был йөккә бирешмәй, унан да бигерәк, үтә ауыр, ҡатмарлы хәлдәрҙән сығырға ярҙам итә.

Президент үткән һайлауҙарҙы миҫалға килтерҙе һәм участка, территориаль һайлау комиссияларында, нигеҙҙә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың эшләүен билдәләне.

— Һайлаусылар менән эшләү – бик ауыр эш. Тиҙ ярҙам машинаһын 20 тапҡырҙан ашыу саҡыртырға тура килде. Әммә ҡатын-ҡыҙҙар был яуаплы эште лайыҡлы үтәп сыҡты. Бының өсөн һеҙгә рәхмәт! – тине республика башлығы.

— Илебеҙҙә хәл ителмәгән мәсьәләләр, бурыстар бихисап, — тип дауам итте республика Президенты. – Был, әлбиттә, беҙҙең тарафтан эшләп еткерелмәгән кәмселектәр. Ике-өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән әсәләргә ярҙам итер өсөн, сабыйҙарҙы балалар баҡсаларына урынлаштырыу мәсьәләһен тулыһынса хәл итер өсөн беҙ әлегә ул тиклем бай түгел. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф менән бәйле мәсьәләләрҙе лә тулыһынса хәл итмәнек әле.

Ярҙам итергә теләп тә, быны башҡара алмауым, һеҙгә кеүек үк, минең өсөн дә бик үкенесле. Ресурстар, аҡсалар етмәй. Был минең өсөн һәр саҡ ҡатмарлы мәсьәлә, әммә тормошобоҙ яйлап яҡшырһын өсөн, һеҙгә торлаҡ, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләрен хәл итергә ярҙам итер өсөн тырышабыҙ, әлбиттә. Был залда барлыҡ һөнәр вәкилдәренең булыуын беләм, бында табиптар, уҡытыусылар, фән, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре бар. Һеҙҙең хеҙмәт коллективтарығыҙға сәләмемде, изге теләктәремде еткергем килә. Быны ысын күңелдән әйтәм, сөнки мин ысынында ла һеҙҙең барығыҙҙы ла яратам. Һеҙ беҙгә кәрәкһегеҙ. Һау-сәләмәт, бәхетле булығыҙ! Тағы ла бер тапҡыр етеп килгән байрам менән!

Шулай уҡ Өфө гүзәлдәренә баш ҡала мэры Ирек Ялалов та матур теләктәрен еткерҙе.