6 декабрь, Шишәмбе

07 март 2012 йыл, 10:01

«Ҡыҙыу пейджер»ға Өфө халҡы бер айҙа 111 тапҡыр мөрәжәғәт иткән

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө хакимиәтенең «ҡыҙыу пейджерына» февралдә ҡала халҡынан 111 мөрәжәғәт килгән. Октябрь районы халҡы әүҙемлек күрһәткән – уларҙан 33 мөрәжәғәт килгән. Калинин районынан – 25, Орджоникидзенан – 16, Совет районынан – 13, Киров районынан – 12, Ленин районынан – туғыҙ, Дим районынан – ни бары 3 мөрәжәғәт. Был турала «Башинформ» агентлығына ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә хәбәр иттеләр.

Статистика буйынса, мөрәжәғәттәрҙең яртыһы тиерлек торлаҡ йорттарҙы ремонтлауға бәйләнгән. Халыҡты йылытыу системаһы эшендәге етешһеҙлектәр, йылы һәм һалҡын һыу, электр уты менән тәьмин итеүҙәге өҙөклөктәр, подъездарҙы ремонтлау һәм торбалар туҙыуына бәйле мәсьәләләр борсой. Граждандар мөрәжәғәт иткән башҡа актуаль темалар – йәмәғәт транспорты эшмәкәрлеге һәм ихаталарҙы төҙөкләндереү. Сағыштырмаса аҙ мөрәжәғәт социаль өлкәгә ҡағыла. Был проблеманы өфөлөләр һигеҙ тапҡыр күтәргән.

Хат-хәбәрегеҙҙе «мэрия» абоненты адресына «ҡыҙыу пейджерға»  2-770-911 телефоны аша ебәрергә кәрәк.