3 декабрь, Шәмбе

06 март 2012 йыл, 17:54

Владимир Путинға ярҙам итеү буйынса халыҡ штабы таратыласаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рәсәй Президентына кандидат Владимир Путинға ярҙам итеү буйынса халыҡ фронты таратыласаҡ. Был хаҡта «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостандағы штаб етәксеһе Альберт Мифтахов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә,  беренсенән, был штабтың үҙ бурысын үтәп бөтөүенә бәйле, икенсенән, был йәмәғәт ойошмаһында кешеләр бушлай эшләне.

Альберт Мифтахов шулай уҡ Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙан һуң һәм ил Президентын һайлау алдынан илдә үткән митингыларға ла комментарий бирҙе. Бындай акцияларҙа ҡатнашыусылар Владимир Путиндың отставкаһын талап итте, тип билдәләне ул.

— Әммә Путин уларға бер нисек тә бәйле түгел, — тине Альберт Мифтахов. – Ни өсөндөр берәү ҙә Медведевтың отставкаһын талап итмәне. Путин – партия исемлегенең лидеры ла түгел, Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе лә түгел. Ул үҙ эше менән шөғөлләнгән Рәсәй Хөкүмәте рәйесе булды.

— Беҙҙең әлеге оппоненттар, Рәсәйҙең дәүләт власын көсәйтеү яҡлы булмаған кешеләр, улар өсөн кемдең төп кәртә булып тороуын аңлайҙар. Был, әлбиттә, Путин, — тип иҫәпләй Альберт Мифтахов.