3 декабрь, Шәмбе

06 март 2012 йыл, 17:23

«Берҙәм Рәсәй» Өфөнөң ҡала Советында 21 мандатҡа иҫәп тота

автор: Евгений Рәхимҡолов

«Берҙәм Рәсәй» Өфөнөң яңы ҡала Советында 21 мандатҡа иҫәп тота. Ҡаланың әлеге депутаттары араһында был партия вәкилдәре һаны бер аҙға күберәк. Был хаҡта «Башинформ» агентлығында үткән конференцияла «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов хәбәр итте.

Бер мандатлы округтар буйынса һайлау барышында берҙәм рәсәйлеләр мөмкин булған 18 урындан ҡала Советында 12 урын алды, тип билдәләне ул. Партия исемлектәре буйынса кандидаттарға килгәндә, бында өфөлөләр араһында «Берҙәм Рәсәй» өсөн тауыш биреүселәрҙең һаны 50 проценттан ашыуыраҡ тәшкил итте.

Башҡортостандағы Владимир Путинға ярҙам итеү буйынса халыҡ штабы етәксеһе Альберт Мифтахов, Өфө ҡала Советына һайлау һөҙөмтәләренә комментарий биреп, муниципаль һайлау кампанияһының айырмалылығын кешеләрҙең партияны түгел, ә айырым кандидатты һайлауында булыуын билдәләне. «Берҙәм Рәсәй» Өфөләге муниципаль һайлауҙар барышында ышаныслы еңеү яуланы. Был, Мифтахов фекеренсә, ҡала Советына үҙ кандидатураһын тәҡдим итергә теләүсе ҡаланың әүҙем кешеләренең көслө партнер табырға теләүенә бәйле. Бөгөнгө көнгә «Берҙәм Рәсәй» бындай иң көслө сәйәси партнер булып тора.

Был юлы «Берҙәм Рәсәй» вәкилдәре менән бер рәттән Өфө ҡала Советына оппозиция кешеләренең дә сағыштырмаса күпләп эләгеүе, Альберт Мифтахов фекеренсә, ҡала халҡы өсөн ҡулай ғына. Ҡала халҡы хаҡында хәстәрлек күрһәтеүҙәрен иҫбатлап, фракциялар үҙ-ара ярышып эшләһен.

Рөстәм Ишмөхәмәтов һүҙҙәренсә, берҙәм рәсәйлеләр Өфө ҡала Советында үҙҙәренең буласаҡ фракцияһын бөгөндән формалаштыра башлаясаҡ. Алдағы ваҡытта фракция ҡала Советы рәйесе вазифаһына кандидатура билдәләү буйынса ҡарар ҡабул итергә ниәтләй.

— Был күп көс талап иткән эш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Ишмөхәмәтов. – Устав буйынса кандидатура хаҡында Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй»ҙең генераль Советы Президиумы менән уртаҡ фекергә килергә тейешбеҙ. Ошо көндәрҙә кандидат тураһында мәғлүмәттәрҙе йүнәлтәсәкбеҙ. Шул уҡ эш Башҡортостандың башҡа ҡалаларында ла көтөлә.

Рөстәм Ишмөхәмәтов «Берҙәм Рәсәй»ҙең муниципаль һайлау барышында Башҡортостандың башҡа ҡалаларында ла ышаныслы еңеү яулауын билдәләне. Стәрлетамаҡта берҙәм рәсәйлеләр өсөн һайлаусыларҙың – 69,83%, Октябрьскийҙа — 71,72%, Салауатта — 70,01%, Күмертауҙа – 55,83%, Нефтекамала – 58,62%, Сибайҙа 86,36 проценты тауыш биргән. Был ҡала округтары буйынса мәғлүмәттәр.