6 декабрь, Шишәмбе

06 март 2012 йыл, 16:24

«Берҙәм Рәсәй» үҙгәртеләсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

«Берҙәм Рәсәй» партияһы, атап әйткәндә, уның Башҡортостандағы бүлексәһе үҙгәртеләсәк. Был хаҡта «Башинформ» агентлығында үткән конференцияла «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов хәбәр итте. Быға Альберт Мифтаховтың Башҡортостандағы Владимир Путинға ярҙам итеү буйынса халыҡ штабы етәксеһе булыуы ла сәбәп булды, сөнки ул бығаса киң мәғлүмәт сараларында «Берҙәм Рәсәй»ҙе бер генә тапҡыр тәнҡит утына алманы.

Заман талаптарына ярашлы үҙгәрештәр, Рөстәм Ишмөхәмәтов һүҙҙәренсә, берҙәм рәсәйлеләрҙең барлыҡ бүлексәләрендә лә индереләсәк.

— Партия тауыш биреү өсөн машина түгел, ә ысын мәғәнәһендә эске демократия системаһы үҫешкән эксперттар берләшмәһе булырға тейеш, — тип иҫәпләй ул.

Рөстәм Ишмөхәмәтов һүҙҙәренсә, партияны үҙгәртеү юлдарының береһе – алдан һайлау (праймериз) барышында конкурентлыҡты арттырыу. Лидер булырлыҡ, халыҡ ышанған кандидаттар ғына алдан һайлап алынырға тейеш. Шулай итеп кенә партия үҙ абруйын күтәрә аласаҡ.

Ишмөхәмәтов фекеренсә, бындай стратегияны «Берҙәм Рәсәй» генә түгел, башҡа партиялар ҙа ҡулланырға тейеш.

— Оппоненттарыбыҙға ла, активистарыбыҙға ла бер-береһенә ҡарата дошман булыу образынан баш тартырға тәҡдим итер инем, — тине ул. – Беҙ барыбыҙ ҙа берҙәм Рәсәй киңлегендә эшләйбеҙ.

Шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй»ҙең ҡайһы бер вәкилдәренең һайлау алды осрашыуҙарында ҡатнашмауы улар өсөн отошло түгел, тип белдерҙе Рөстәм Ишмөхәмәтов.

— Фекер алышыуға барыуҙан ҡурҡырға ярамай, — тине ул.

Рөстәм Ишмөхәмәтов «Берҙәм Рәсәй» кандидаттарының Өфө ҡала Советына һайлауҙар алдынан үткәрелгән фекер алышыуҙа әүҙем ҡатнашыуын миҫалға килтерҙе.

Башҡортостандағы Владимир Путинға ярҙам итеү буйынса халыҡ штабы етәксеһе Альберт Мифтахов, «Берҙәм Рәсәй» генә түгел, башҡа партиялар ҙа үҙгәртелергә тейеш, тигән фекерен белдерҙе.

Әгәр эре партиялар үҙгәртелмәһә, Мифтахов фекеренсә, уларҙы бәләкәйерәк яңы конкуренттар ҡыҫырыҡлай башлаясаҡ. Сөнки яңы ҡануниәт ҙур булмаған партиялар булдырыуҙы хуплай.

темалар: партиялар