6 декабрь, Шишәмбе

06 март 2012 йыл, 15:42

Өфөлә Израиль саксофонсыһы Роберт Анчиполовский сығыш яһаясаҡ

автор: Розалия Вәлиева

8 мартта Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында донъяның иң һәләтле джаз музыканттарының береһе, Израиль саксафонсыһы Роберт Анчиполовский концерты үтәсәк.

Массимо Урбани исемендәге Халыҡ-ара саксафонсылар конкурсы премияһы лауреаты Роберт Анчиполовский легендар музыканттар — Рэнди Бреккер, Малгрю Миллер, Дебора Браун, Стив Турре, Кенни Баррон, Ларри Уиллис, Тони Панчелло, Джемми О'Доннелл, Даниил Крамер, Игорь Бутман менән бергә сығыш яһаған, күп һанлы абруйлы халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашҡан.

Роберт Анчиполовскийҙың Өфөләге «Осень в Нью-Йорке» исемле тәүге концерты 2010 йылда үткәйне. Әлеге программала билдәле Паркер репертуарынан бибоп стилендәге джаз композициялары яңғыраясаҡ. Улар араһында – 30-40-сы йылдарҙағы фильмдарҙан көйҙәр, 1938 – 1956 йылдар музыкаһы.

Концерт 19 сәғәттә башлана.