9 декабрь, Йома

06 март 2012 йыл, 15:20

Башҡорт дәүләт университетында ЮНЕСКО клубы асылды

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт университетында ЮНЕСКО клубы асылды, уны булдырыу тураһындағы положение вуздың Ғалимдар советы ултырышында раҫланды, тип хәбәр иттеләр университеттың матбуғат хеҙмәтенән.

Уҡыусыларҙың, студенттарҙың, аспиранттарҙың һәм уҡытыусыларҙың был ирекле йәмәғәт ойошмаһы «Цефея» исемен алды. Буласаҡ белгестәрҙе юғары мәҙәниәтле, интеллигентлы, социаль әүҙем шәхес, лидер һәм ватансы булараҡ формалаштырыу; белем һәм тәрбиә биреү системаһында алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу; башҡорт халҡының һәм республикала йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың телен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү клуб эшмәкәрлегенең төп маҡсаттары булып тора.  

Мәҙәни-ара аралашыу, конфессия-ара хеҙмәттәшлек итеү, экология, социаль проекттар, халыҡ-ара документация, журналистика ЮНЕСКО клубы эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре иҫәбендә. Эшмәкәрлек сиктәрендә мәҙәниәт көндәрен, семинарҙар, экологик акциялар, конкурстар, хәйриә акцияларын үткәреү планлаштырыла. Клуб республиканың йәмәғәт ойошмалары, мәҙәни үҙәктәре менән хеҙмәттәшлек итәсәк.

Теләгән һәр кем «Цефея» ЮНЕСКО клубының ағзаһы була ала. Мәғлүмәт алыу өсөн этика, эстетика һәм культурология кафедраһына – 416а һанлы бүлмәгә (физика-математика корпусы) мөрәжәғәт итергә. Белешмәләр өсөн телефон: 229-96-64 (Регина Маевская). Электрон адрес: unescoclub-zefeya@mail.ru.