4 декабрь, Йәкшәмбе

06 март 2012 йыл, 14:33

Иртәгә енәйәт эштәрен тикшереү мәсьәләһе буйынса граждандар ҡабул ителәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

7 мартта РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә енәйәт эштәрен тикшереү мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителәсәк.

Мөрәжәғәт итеүселәрҙе Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш идаралығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Рим Ғабдуллин ҡабул итәсәк.

Башлана — сәғәт 10-да.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө, Цюрупа урамы, 100 («Үҙәк баҙар» транспорт туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.