6 декабрь, Шишәмбе

06 март 2012 йыл, 14:17

Башҡортостандың алты районында һайлаусыларҙың 90 проценттан ашыуы Путин өсөн тауыш бирҙе

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостандың алты районында һайлаусыларҙың 90 проценттан ашыуы 4 мартта үткән Президент һайлауҙарында Владимир Путин кандидатураһы өсөн тауыш бирҙе. Был хаҡта «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында «Берҙәм Рәсәй» партияһының Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов хәбәр итте.

Баймаҡ, Балтас, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Тәтешле һәм Хәйбулла райондары «Путин өсөн» 90 процентлыҡ билдәне үткән «чемпиондар» иҫәбендә.

Рөстәм Ишмөхәмәтов фекеренсә, бындай һөҙөмтә урындағы властың тейешле кимәлдә эшләүе, ә аграрийҙарҙың дәүләт тарафынан һиҙелерлек ярҙам алыуы хаҡында һөйләй.

— Һайлауҙар халыҡ менән бәйләнеш кимәлен сағылдырыусы лакмус ҡағыҙы булып тора, — тине ул. — Әлеге төбәктәр – ауыл хужалығы райондары. Һәм унда йәшәүселәрҙең Владимир Путинаға ҡарата ышанысы ауыл хужалығына ярҙам күрһәтеүҙе көсәйтеүгә бәйле.

Рөстәм Ишмөхәмәтов Башҡортостанда һуңғы ваҡытта ауыл хужалығы техникаһын, яғыулыҡ-майлау материалдарын һатып алыуға ҙур күләмдә дотация бүленеүе хаҡында әйтте.

— Яҙғы сәсеү осоро яҡынлаша, һәм аграрийҙар киләсәктә лә ярҙамға иҫәп тота, — тип иҫәпләй ул. – Бынан тыш, Владимир Путинға ҡарата ышаныс уның һайлау алды программаларының күп сығымдар талап итһә лә, бойомға ашырырлыҡ булыуын раҫлай. Ә оппоненттарҙың ҡыҙыҡтырырлыҡ, әммә ғәмәлгә ашыра алмаҫлыҡ программалары күп булды.

Шул уҡ ваҡытта Рөстәм Ишмөхәмәтов оппозицияның ҡайһы бер тәҡдимдәренең конструктив булыуын билдәләне. Һәм был тәҡдимдәр Рәсәй Хөкүмәтендә яҡлау табасаҡ, тине Владимир Путин, еңелеүселәр менән аралашыу барышында.