Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала Үҙәк һайлау комиссияһының «ҡыҙыу линияһы»на 200-ҙән ашыу мөрәжәғәт булды

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының 27 февралдән алып һайлау көнөнә тиклем эшләгән «ҡыҙыу линияһы»на йәмғеһе 200-ҙән ашыу шылтыратыу булды, тип хәбәр итте Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев. 4 мартта «ҡыҙыу линияға» 60-тан ашыу мөрәжәғәт булды.

Мөрәжәғәттәр төрлө характерҙа булды, тип билдәләне Хәйҙәр Вәлиев. Улар тауыш биреү тәртибенә, күҙәтеүселәр эшенә ҡағылды. Шулай уҡ үҙеңден һайлау участкаңды табыу, теркәүҙән төшөү таныҡлыҡтарын алыу буйынса ла һорауҙар булды. Һайлау алдынан һуңғы өс көндә күпселек мөрәжәғәттәр теркәүҙән төшөү таныҡлыҡтарының булмауына ҡағылды.

БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Федерация субъекттарының күпселек комиссияларында ғына түгел, ә Рәсәйҙең үҙенең Үҙәк һайлау комиссияһында ла теркәүҙән төшөү таныҡлыҡтарының тулыһынса тотонолоп бөтөүен Рәсәйҙә үткән һайлауҙар тарихындағы берҙән-бер ваҡиға булараҡ билдәләне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан РФ Президенты һайлауҙарына 70 мең теркәүҙән төшөү таныҡлығы алғайны, улар территориаль һайлау комиссияларына йүнәлтелде. Уларҙан һайлаусылар мөрәжәғәте буйынса 68744 таныҡлыҡ бирелде.

Теги: һайлауҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть