6 декабрь, Шишәмбе

06 март 2012 йыл, 13:12

Башҡортостан предприятиелары MOSCOW HALAL EXPO 2012 күргәҙмәһендә ҡатнашасаҡ

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостандың бер нисә предприятиеһы 7-10 июндә Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгендә үтәсәк «MOSCOW HALAL EXPO 2012» III халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашырға ниәтләй.  

«Башинформ» агентлығына БР мосолмандары Диниә назараты ҡарамағындағы «Хәләл» стандарты буйынса комитет етәксеһе Тимур Шәңгәрәевтең хәбәр итеүенсә, 2011 йылда был күргәҙмәлә беҙҙең төбәктән 15-ләгән предприятие ҡатнашҡан.

— Башҡортостандан ҡатнашҡандарҙың теүәл иҫәбен әйтеүе ҡыйын, — тине ул. – Әлегә барыһы ла заявка биреүҙәре тураһында хәбәр итмәне. Шулай ҙа быйыл ҡатнашасаҡ предприятиелар былтырғынан аҙ булмаҫ, тип уйлайым.

«MOSCOW HALAL EXPO 2012» күргәҙмәһе хәләл продукция етештереү һәм таратыуға, хәләл хеҙмәттәр күрһәтеүгә иғтибар йәлеп итеү, шәриғәт ҡанундарына яуап биргән продукция баҙарын киңәйтеү, ислам бизнесы һәм финанстарын үҫтереү, бизнес һәм производствола әхлаҡ принциптарын үҫтереү, тәжрибә уртаҡлашыу, Рәсәй һәм мосолман илдәре араһындағы эшлекле мөнәсәбәттәрҙе нығытыу һәм ислам мәҙәниәте майҙансығын булдырыу маҡсатында ойошторола.

Рәсәй төбәктәренән, БДБ илдәренән, сит илдәрҙән (Иран, Төркиә, Бөйөк Британия, Пакистан, Сауд Ғәрәбстаны, Малайзия, Индонезия) хәләл-индустрияла эшләгән 150-нән ашыу компания күргәҙмәлә ҡатнашыуға йәлеп итәләсәк.

Күргәҙмә сиктәрендә төрлө бизнес-форумдар һәм конференциялар, инвестиция проекттарының презентациялары, Ислам бизнес-клубының йыйылышы, милли аш-һыу, яулыҡ бәйләү, шамаилдар төшөрөү һәм башҡалар буйынса оҫталыҡ дәрестәре, ислам модаһын күрһәтеү, конкурстар, семинарҙар үтәсәк.