Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе веб-камералар һәм һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары эшен юғары баһаланы

Сәйәсәт

РФ Президенты һайлауҙарында һәм муниципаль һайлауҙарҙа Башҡортостандағы 3509 һайлау участкаһынының 3467-һендә веб-камералар ҡуйылды. Улар ярҙамында тауыш биреү һәм тауыштарҙы иҫәпләү барышы он-лайн режимында интернет аша трансляцияланды. Һайлаусылар ваҡытлыса торған 42 участкала ғына (дауаханаларҙа, тәфтиш органдары изоляторҙарында) веб-камералар булманы. Республиканың 54 районындағы 178 һайлау участкаһы һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары менән йыһазландырылғайны.

— Бөтә веб-камералар ҙа, һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ла яҡшы, штат режимында эшләне, уларҙың эшендә ниндәйҙер етешһеҙлектәр теркәлмәне, — тип билдәләне Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында БР

Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев.

Һайлау участкаларында веб-камералар ҡуйыуға аҡса федераль бюджеттан бүленгән, шуға күрә уларҙы артабан ҡулланыуҙы РФ Хөкүмәте үҙе хәл итәсәк, тип аңлатты Хәйҙәр Вәлиев, журналистарҙың һайлауҙарҙан һуң веб-камераларҙы файҙаланыуға бәйле һорауҙарына яуап биреп.  

Теги: һайлау
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть