Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктең Дәүләт Йыйылышы депутаттары Юл фонды средстволарының бер өлөшөн ихаталарҙы ремонтлауға йүнәлтергә тәҡдим итә

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙың Бюджет, һалымдар, финанстар һәм милек мәсьәләләре буйынса комитеты ултырышында «Башҡортостан Республикаһының Юл фонды тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы закон проекты тикшерелде. Закондар сығарыу инициативаһы республика Хөкүмәте менән тәҡдим ителде. Закон проектын Комитет ултырышында тәҡдим итеп, төбәктең финанс министры Рузалия Хисмәтуллина тәҡдим ителгән төҙәтмәләрҙең федераль бюджет ҡануниәтендәге үҙгәрештәргә бәйле булыуын белдерҙе.

— Федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәргә ярашлы, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының Юл фонды средстволары иҫәбенә финансланған эшмәкәрлек даирәһе киңәйә, — тип хәбәр итте ведомство башлығы. – Үҙгәрештәргә ярашлы, 2012 йылдан Рәсәй Федерацияһының Юл фонды бюджетынан бүленгән аҡсаларҙың дөйөм күләменең биш проценттан ашыуы күп фатирлы йорт алды биләмәләренә, шулай уҡ йорт алды биләмәләренә илтеүсе юлдарға капиталь ремонт үткәреүгә йүнәлтелергә тейеш.

Ағымдағы йылда һанап үтелгән маҡсаттарға 400 миллион һум күләмендә аҡса бүлеү ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть