Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Бәләбәйҙә 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә

Йәмғиәт

Быйыл көҙ Бәләбәйҙә бассейны булған ике ҡатлы балалар баҡсаһы сафҡа индереләсәк.

Әлеге ваҡытта Бәләбәй районында 32 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы бар, уларға 4086 бала йөрөй. Бәләбәй районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Наталья Лаврованың әйтеүенсә, әлеге мәлдә 893 бала балалар баҡсаһына сират көтә. Яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы төҙөлөшө «Башҡортостан Республикаһында мәктәпкәсә белем биреү системаһын үҫтереү» айырым маҡсатлы республика программаһына ярашлы алып барыла.

Бәләбәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, әле төҙөүселәр бинаның икенсе ҡатын ҡаплай, тәҙрә блоктары ҡуя, тышҡы йылылыҡ трассаһын монтажлай. 10 марттан һуң  ҡыйығын ябыу планлаштырыла. Яңы балалар баҡсаһы 2012 йылдың дүртенсе кварталында асыласаҡ, тип көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть