3 декабрь, Шәмбе

06 март 2012 йыл, 11:52

Йәмғиәтте өйрәнеү БДИ һайлағанда иң популяр фән булып ҡала

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан мәктәптәрен тамамлаусы уҡыусыларҙың күбеһе, былтырғы кеүек үк, теләк буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын һайлағанда йәмғиәтте өйрәнеү фәненә өҫтөнлөк биргән. Был турала «Башинформ» агентлығына шишәмбе, 6 мартта, БР Мәғариф министрлығының белем сифатын баһалау һәм БДИ бүлеге начальнигы Зәки Мырҙағәлин хәбәр итте.

— Һөҙөмтәләр әлеге ваҡытта эшкәртелә, әммә, яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, 15475 кеше йәмғиәтте өйрәнеү фәненән имтихан тапшырырға теләк белдергән, — тип аныҡлап китте Зәки Мырҙағәлин. — Был фән ғәҙәттәгесә иң ҙур конкурс күҙәтелгән юридик һәм иҡтисад белгеслектәренә уҡырға ингәндә кәрәк. «Рейтинг» буйынса икенсе урында килгән имтихан – физика, бында 11424 уҡыусы заявка биргән, артабан биология (6907), тарих (5574), химия (5441), информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары (4122) килә. Иң аҙ уҡыусылар яҙылған фәндәр: инглиз теле (2150), география (1963), әҙәбиәт (1673), немец теле (64), француз теле (11), ә бына испан теленән төбәктә имтихан тапшырырға теләүсе табылмаған.  

Сығарылыш уҡыусыларының күбеһе БДИ-ны 28 майҙа тапшыра башлап, 21 июндә тамамлаясаҡ (ҡабаттан тапшырыуҙы иҫәпкә алып). Был осорҙа берҙәм дәүләт имтиханын Башҡортостанда 27400 самаһы кеше тапшырырға планлаштыра. Рус теленән мотлаҡ имтиханды — 27302, математиканы 26877 уҡыусы тапшырасаҡ.