3 декабрь, Шәмбе

06 март 2012 йыл, 11:42

Баймаҡ районында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 70 йыллығы билдәләнә

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Баймаҡ районы Темәс ауылының моделле китапханаһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 70 йыллығына арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Ойоштороусылар булып ауылдың моделле китапханаһы һәм «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге сығыш яһаны. Ултырышта Темәс урта мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары, «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре, «Атайсал» һәм «Ағинәйҙәр» (Баймаҡ ҡалаһы) клубтары ағзалары ҡатнашты. Үҫеп килеүсе быуында ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләү, милли традицияларҙы тергеҙеү сараның төп маҡсаты булып торҙо.

«Башинформ» агентлығына Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Лилиә Ишбаева хәбәр итеүенсә, түңәрәк өҫтәлгә мәғлүмәт туплау буйынса төп эште «Атайсал» клубы рәйесе, мәғариф ветераны Сәлимйән Вәлиев башҡарған.

— Осрашыу аҙағында күмәкләп сәй эсеү ойошторолдо, — тип һөйләне Лилиә Ишбаева. — «Ағинәйҙәр» клубы ағзалары башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы, бейене. Барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.

Түңәрәк өҫтәл сиктәрендә Баймаҡтан килгән ҡунаҡтар ауылдың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында ла булды.