10 декабрь, Шәмбе

06 март 2012 йыл, 11:28

«Һамар – Өфө – Силәбе» магистрале идаралығының сайтында интернет-ҡабул итеү бүлмәһе асыла

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Яҡын арала Федераль юл агентлығының «Һамар – Өфө – Силәбе» автомобиль магистрале идаралығы сайтында интернет-ҡабул итеү бүлмәһе асыласаҡ. Уны булдырыу тураһында журналистар менән осрашыуҙа ведомство начальнигы вазифаһын башҡарыусы Радмир Ваһапов хәбәр итте.

Теләге булған һәр кеше яңы сервис ярҙамында Башҡортостан биләмәһенән үткән федераль трассалар участкаларында транспорт хәрәкәтен ойоштороуға, юлдар сифатына бәйле мәсьәләләр буйынса үҙ фекерен белдерә аласаҡ.  

— Бөтә мөрәжәғәттәр ҙә ҡараласаҡ, һәр береһенә объектив яуап биреләсәк, — тип ышандырҙы Радмир Ваһапов.

Онлайн-ҡабул итеү бүлмәһе менән бер рәттән Идаралыҡтың тәүлек әйләнәһенә эшләгән телефон линияһы ла үҙ эшен дауам итәсәк. Практиканан күренеүенсә,  ул юлға сыҡҡандар араһында ҙур һорау менән файҙалана. (347)228-12-18 номерына бик йыш юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған йәки юлда машинаһы ватылған водителдәр мөрәжәғәт итә. Юлдарҙы һәм юл яны инфраструктураһын төҙөкләндереүгә бәйле һорауҙар ҙа күп килә, шулай уҡ транспорт хәрәкәте сикләнгән осорҙа ла бихисап һорауҙар тыуа.