7 декабрь, Шаршамбы

06 март 2012 йыл, 11:15

Константин Толкачев: «Башҡортостан һайлаусылары тағы ла бер тапҡыр сәйәси әүҙемлек һәм аңлылыҡ күрһәтте»

автор: Людмила Терновая

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев республика һайлаусыларын РФ Президенты һайлауҙарының һөҙөмтәләре менән ҡотланы, тип хәбәр иттеләр республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән.

— Тағы ла бер тапҡыр сәйәси әүҙемлек һәм аңлылыҡ күрһәткән, көслө Рәсәй өсөн тауыш биргән Башҡортостан Республикаһы һайлаусыларын ҡотлайым, — тип билдәләне Константин Толкачев. – Был хаҡта тауыш биреү күрһәткестәре һөйләй – һайлаусыларҙың 75 проценттан ашыуы Владимир Владимирович Путин өсөн тауыш биргән. Башҡортостан граждандары сираттағы тапҡыр өлгөргәнлеккә һынау тотто.

Башҡортостан парламенты спикеры һайлаусыларҙың аныҡ һәм асыҡ сәйәси позицияһына ҡарата ҡәнәғәтлек белдерҙе. Улар буш вәғәҙәләргә ышанмай, программаһының аныҡлығы һәм ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙың ысынбарлыҡҡа тап килеүе менән йәлеп иткән кандидат өсөн тауышын бирҙе.

— Владимир Путин матбуғатта баҫылып сыҡҡан мәҡәләләрендә ил халҡын киләһе тиҫтә йылдарға өҫтөнлөклө үҫеш йүнәлештәре менән таныштыра алды, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Константин Толкачев. – Владимир Путин Рәсәйҙәге сәйәси системаның үҙгәрештәргә мохтаж булыуын яҡшы аңлай. Улар замандың яңы талаптарына яуап бирергә тейеш. Һуңғы башланғыстарҙың барыһы ла — йәмәғәт берекмәләрен һәм партияларҙы теркәү тәртибен ябайлаштырыу, губернаторҙарҙы һәм муниципаль берәмек башлыҡтарын туранан-тура һайлауға күсеү һ.б. — йәмәғәтселек тарафынан хупланды.

Владимир Путиндың демократияны өлгөрөп еткән мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн иң ҡулай алым булараҡ ҡабул итеүе мөһим. Граждандар йәмғиәтенең ярҙамына таянып, демократик процедураларҙы файҙаланып ҡына уҙған быуаттың 90-сы йылдары ҡалдыҡтарын, коррупцияны еңеп сығырға, заманса суд системаһын ойошторорға мөмкин, тип асыҡтан-асыҡ әйтә ул.

Башҡортостан Республикаһы һәм уның күп милләтле халҡы өсөн Владимир Путиндың милли республикаларға мөнәсәбәте лә оло әһмиәткә эйә. Ул федерализм мәсьәләләренә ыңғай һәм дөрөҫ ҡарашта, Рәсәй өсөн мөһим булған был мәсьәләлә Үҙәк менән төбәктәрҙең вәкәләттәре тигеҙлегенең әһәмиәтен яҡшы аңлай.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе граждандарҙы Путиндың программаһын тормошҡа ашырыу буйынса әүҙем һәм ижади эшмәкәрлеккә саҡырҙы.

— Пландарыбыҙ тормошҡа ашһын өсөн, барыбыҙ ҙа бергәләп эшләргә тейешбеҙ, — тип билдәләне Константин Толкачев.