Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Бер айҙа Өфөләге беренсел торлаҡ 5 процентҡа арзанайған

Иҡтисад

Өфөлә яңы төҙөлөүсе торлаҡҡа уртаса хаҡ квадрат метрына 40,98 мең һум тәшкил итә. Бер айҙа ул биш процентҡа кәмегән.

Ҡалалағы күсемһеҙ милек агентлыҡтарының береһенең мәғлүмәттәренә ярашлы, әлеге мәлдә дөйөм алғанда баҙарҙа 898 фатир тәҡдим ителә. Башҡортостандың баш ҡалаһында йәмғеһе 60-лаған йорт һәм торлаҡ комплексы төҙөлә. Һатыуға ҡуйылған торлаҡ фондының дөйөм майҙаны – 56173 кв. м. Был февралдәгенә ҡарағанда биш процентҡа аҙыраҡ.

Белгестәрҙең билдәләүенсә, төҙөлөп бөтөп барған йорттарҙағы фатирҙар тиҙ арала һатылып бөтә. Халыҡты уңайһыҙ планировкалы һәм беренсе ҡаттағы яңы торлаҡ артыҡ ҡыҙыҡһындырмай. Өфөлә һатылған фатирҙың уртаса хаҡы – 2,5 миллион һум, был алдағы айҙағы менән сағыштырғанда 200 меңгә кәмерәк, һәм икенсел торлаҡ баҙары (3,3 млн) менән сағыштырғанда 22 процентҡа арзаныраҡ.    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть