11 декабрь, Йәкшәмбе

06 март 2012 йыл, 10:04

РФ Президенты һайлауҙарында Башҡортостанда Владимир Путин 75 проценттан ашыу тауыш йыйған [видео]

автор: Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков

БР Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, участка һайлау комиссияларының бөтә протоколдарын эшкәрткәндән һуң РФ Президенты һайлауҙарында Башҡортостанда Владимир Путиндың еңеп сығыуы асыҡланған, ул республика һайлаусыларының 75,28% тауышын йыйған. Был турала 5 мартта Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев белдерҙе.

Геннадий Зюганов – 14,18%, Владимир Жириновский һәм Михаил Прохоров – 3,64-шәр, Сергей Миронов 2,49% тауыш йыйған.

Башҡортостан халҡының 76,38 проценты һайлауҙа ҡатнашҡан.

БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе райондарҙың һайлауҙа әүҙем ҡатнашыуын билдәләне. Улар иҫәбендә Балтас, Тәтешле, Хәйбулла, Бөрйән, Ҡариҙел һәм Илеш райондары бар, был төбәктәрҙә тауыш биреүселәр иҫәбе 95 проценттан артҡан. Ҡалалар араһында Сибай әүҙемлек күрһәткән, унда 79,5% һайлаусы һайлауҙарға килгән, ә Салауатта 78,05% халыҡ тауыш биргән.

Башҡортостандың баш ҡалаһында 68,34% һайлаусы һайлауға килгән. Өфөнөң ете районы араһында был һайлауҙарҙа Калинин районы халҡы әүҙемлек күрһәткән, бында һайлауға килеүселәр иҫәбе 71,91 процентҡа еткән, ә иң һүлпән ҡатнашыусылар — Дим районы халҡы (63,09%).

темалар: һайлау