8 декабрь, Кесе йома

06 март 2012 йыл, 9:54

Ҡаҙағстан делегацияһы Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында булды

автор: Любовь Колоколова

Ҡаҙағстандың эшлекле даирәһе делегацияһының Өфөгә визиты тамамланды. 28-29 февралдә ҡунаҡтар Башҡортостандың баш ҡалаһында Инновация-сәнәғәт салоны эшендә ҡатнашты, шулай уҡ Өфөнөң һәм Стәрлетамаҡтың эре предприятиеларында бер нисә осрашыу үткәрҙе. Һөҙөмтәлә нефть промыслаһы ҡорамалдарын поставкалау өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүҙәр төҙөлдө.

«Мунайаспап» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сеильбек Калаков (Алматы), Башҡортостандың Ҡаҙағстан Республикаһындағы вәкиле урынбаҫары Ренарт Яунбаев, «Акмолинск вагон ремонтлау заводы» акционерҙар йәмғиәтенең баш механигы Владимир Бойцов (Астана) һәм Ҡаҙағстандың башҡа предприятиелары вәкилдәре Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында булды.

Осрашыу барышында нефть промыслаһы ҡорамалдары һәм машиналар эшләү өлкәһендә ике төбәк араһында сәнәғәт бәйләнештәрен үҫтереү мәсьәләләре хаҡында һүҙ барҙы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән. Төбәктең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән иғлан ителгән «Технологиялар артынан поход» сиктәрендә ағымдағы йылда Башҡортостандың эшлекле даирәһе яуап визиты менән Ҡаҙағстанға барасаҡ.