Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Башҡортостан делегацияһы Голландияға юлланды

Иҡтисад

Башҡортостан делегацияһы Голландиялағы «Nation Branding & Investment Expo 2012» форумында ҡатнашасаҡ. Республиканың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Флүр Әсәҙуллин һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр департаменты  директоры Элина Биккинина кисә Нидерландия Короллегенә юлланды.

Инвестицион хеҙмәттәшлек булдырыуҙы маҡсат итеп алған визит 5 марттан 9-ына тиклем дауам итәсәк. БР Иҡтисади үҫеш министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, агросәнәғәт комплексы объекттарына барыу, потенциаль инвесторҙар, фондтар, банктар һәм дәүләттең башҡа рәсми кешеләре менән һөйләшеүҙәр үткәреү, нидерланд эшҡыуарҙары менән диалог, атап әйткәндә, «Индустрия нанотехнологиялары» конференцияһында ҡатнашыу планлаштырылған.

Белешмә өсөн. Голландия — кәрлә дәүләттәрҙе иҫәпкә алмағанда, Европалағы халыҡ иң тығыҙ йәшәгән ил. Халыҡ иҫәбе – 16,7 миллион самаһы кеше. Машиналар эшләү, электроника, нефть химияһы, авиа- һәм суднолар төҙөү, еңел сәнәғәт, агросәнәғәт өлкәһе ныҡ үҫешкән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть