3 декабрь, Шәмбе

05 март 2012 йыл, 16:47

Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова Архангел районы халҡы менән осрашты

автор: Әлим Фәйезов

РФ Федераль Йыйылышының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Паралимпия уйындарында 13 тапҡыр еңеүсе, 18 тапҡыр донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы Рима Баталова Архангел районында булды. Район хакимиәте башлығы Ғимран Ғәбитов менән осрашыу барышында Дәүләт Думаһы депутаты районда спортты үҫтереү, мәғариф өлкәһендә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләрен тикшерҙе. Шулай уҡ иҡтисадтың төрлө тармаҡтарына инвестициялар йәлеп итеү, туризмды үҫтереү мәсьәләләре лә ҡуҙғатылды.

Райондың мәҙәниәт йортонда Рима Баталова һайлаусылар менән осрашты һәм район үҙәгенең спорт объекттарында булды, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.

Атап әйткәндә, Архангел ауылының 2-се урта мәктәбендә Рима Баталова республика мәктәп баскетбол лигаһы чемпиондары – ҡыҙҙар командаһы менән осрашты. Ҡыҙҙарҙың уңыштарына ул ысын күңелдән шатланыуын белдерҙе.

— Тормош – кәртәләрҙән тора, улар аша һәр ваҡыт үтергә тура килә, — тине депутат, уҡыусылар менән аралашып. – Ауырлыҡтың бер баҫҡысын үтһәң, билдәле бер бейеклеккә күтәреләһең. Әммә барыһы ла еңел бирелә, тип уйларға кәрәкмәй. Еңеү – ул хеҙмәт, күҙ йәштәре, йәрәхәттәр. Минең бар тормошом – үрҙәр яулау. Үҙ-үҙеңә ышанып, үҙең теләгән шәхес булыу өсөн барыһын да эшләргә кәрәк.