Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

8 Март алдынан Рәсәйҙә йөҙ иң уңышлы банкир ҡатын-ҡыҙ һайланды

Иҡтисад

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Рәсәйҙең алдынғы журналдарының береһе ҡыҙыҡлы рейтинг тәҡдим итте. Баҫманың яңы һанында илдең 100 иң уңышлы банкир ҡатын-ҡыҙ исеме баҫтырылды.

— Иң яҡшыларын билдәләгәндә редакция өс төп йүнәлеште иҫәпкә алды. Улар – кредит учреждениеһының ҙурлығы, биләгән вазифа һәм акционерҙар капиталында ҡатнашыу, — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Кредит ойошмалары ассоциацияһынан. Ойошма сайтында әлеге рейтинг менән танышырға була.

Бығаса Башҡортостан гүзәлдәре был исемлектә булғаны юҡ, әммә рейтингты йыл һайын үткәреү планлаштырыла, шуға күрә республика ҡатын-ҡыҙҙарының барыһы ла алда.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть