8 декабрь, Кесе йома

05 март 2012 йыл, 16:00

Өфөлә тағы торлаҡҡа хаҡ арта

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә икенсел торлаҡ баҙарында һаман да хаҡ арта. 5 мартҡа ҡарата бер квадрат метрҙың уртаса хаҡы 52,26 мең һум тәшкил иткән. Күсемһеҙ милек агентлыҡтарының береһенең мәғлүмәттәренә ярашлы, фатирҙарға бер айҙа 1,9 процентҡа хаҡ күтәрелгән. Күбеһенсә бер бүлмәле фатирҙарға хаҡ артҡан – квадрат метрына 56,7 мең һум (+3%). Ике бүлмәлеләрҙең «квадраты» — яҡынса 50,86 мең һум (+0,1%), өс бүлмәлеләрҙеке 49,6 мең һум тора (үҙгәрешһеҙ ҡалған).

Бер бүлмәле фатирҙарға хаҡ артыуы был сегментта һорауҙың ҙур булыуына бәйләнгән. Йәшел сауҡалыҡ һәм Октябрь проспекты әүәлгесә иң популяр райондар булып ҡала.

Ҡала баҙарында әле йәмғеһе өс меңдән ашыу фатир тәҡдим ителә. Уларҙың дөйөм күләме 200 мең квадрат метрға тиң. Һатыуға ҡуйылған фатирҙың уртаса майҙаны – 63,33 квадрат  метр, ә хаҡы 3,3 миллион һум тәшкил итә.