Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

27 марттан Өфөлә ауыр йөк машиналарының хәрәкәте сикләнә

Йәмғиәт

Өфөлә 27 марттан 25 апрелгә тиклем транспорт хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә. Традицион яҙғы сикләү өҙәрем юл осоронда юл япмаһын һаҡлау маҡсатында билдәләнә һәм ауыр йөк ташыған транспорт сараларына ҡағыла.  

Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, быйыл күсәргә төшкән максималь ауырлыҡты билдәләү өсөн ҡала бюджеты иҫәбенә автоматик видеофиксация системаһы менән йыһазландырылған йөктө контролләүсе күсмә пункт һатып алынасаҡ.

— Рөхсәт ителгәндән артыҡ йөк тейәгән транспорт сараларына урындағы әһәмиәттәге дөйөм файҙаланыуҙағы юлдарҙан үтеү өсөн башта автомобиль юлдарына килтереләсәк зыянды ҡаплап, махсус рөхсәт ҡағыҙы алыу мөһим. Рөхсәт ҡағыҙы алыу мәсьәләләре буйынса хакимиәттең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәк, — тип хәбәр иттеләр ҡала мэрияһында, һәм «автомобиль юлдарына килтерелгән зыянды ҡаплау иҫәбенә күсерелгән бөтә средстволар ҙа уларҙы ремонтлауға йүнәлтеләсәк», тип ышандырҙылар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть