11 декабрь, Йәкшәмбе

05 март 2012 йыл, 15:31

Республика райондарынан 200-гә яҡын пенсионер Өфө буйлап экскурсияла ҡатнашты

автор: Эльмира Сабирова | фото: Ольга Шамонина

Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфөләге филиалы Өсөнсө быуын халыҡ университетында белем алыусылар өсөн көтөлмәгән шатлыҡ бүләк итте. Социаль туризмды үҫтереү буйынса республика маҡсатлы программаһы сиктәрендә вуз «Өфө буйлап экскурсия» турын ойошторҙо.

Дәүләкән, Бөрө, Иглин һәм Ҡалтасы райондарынан пенсионерҙар, һуғышта ҡатнашыусылар, инвалидтар һәм хеҙмәт ветерандары Өфөгә килеүсе тәүге ҡунаҡтарҙан булды. Уларҙың күптәренең Өфөнө күргәне булһа ла, ә ҡайһы берәүҙәре хатта бында йәшәп китһә лә, барыһы ла үҙгәргән Өфө буйлап сәйәхәт ҡылырға ҙур теләк белдерҙе, тип һөйләне Рәсәй дәүләт социаль университеты доценты Айгөл Ғарипова.

— Программаға индерелгән барлыҡ саралар – төшкө аш, баш ҡаланың иҫтәлекле урындарына һәм театрҙарына барыу ҡатнашыусылар өсөн бушлай булды. Өфө буйлап сәйәхәт 2 ҡатлы автобуста ойошторолдо, — тине Айгөл Ғарипова.

Экскурсия сиктәрендә ололар Дуҫлыҡ монументын, Салауат Юлаев һәйкәлен, Башҡортостан Республикаһының Милли музейын, Республика Хәрби Дан музейын күрҙе, Мәңгелек ут янында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алды. Кискеһен улар Өфө театрҙарында булды.