5 декабрь, Дүшәмбе

05 март 2012 йыл, 14:54

Республиканың йәш ғалимдары бөтә Рәсәй инновацион проекттар конкурсында ҡатнаша ала

автор: Эльмира Сабирова

Бөтә Рәсәй инновацион проекттар конкурсын «Йәш инновацион Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы һәм «Заманса йәштәр сәйәсәте үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы тәҡдим итте. Ойоштороусылар хәбәр итеүҙәренсә, бәйгелә ҡатнашыуға 35 йәшкә тиклемге, инновацион өлкәлә үҙҙәренең авторлыҡ эшләнмәләрен тәҡдим иткән йәш ғалимдар һәм белгестәр саҡырыла. Еңеүселәр киләһе өс номинацияла билдәләнәсәк: «Иң яҡшы инновацион технология», «Иң яҡшы инновацион продукт», «Иң яҡшы инновацион идея». Проекттар биш йүнәлеш буйынса конкурс нигеҙендә һайлап алынасаҡ.

Һөҙөмтәләр буйынса иң яҡшы проекттар 100 меңдән алып 1,5 миллион һумға тиклем күләмдә финанс ярҙам аласаҡ. Заявкалар 20 апрелгә тиклем ҡабул ителә.