Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы йылға йомғаҡ яһаясаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы коллегияһының төбәктең Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы менән берлектәге киңәйтелгән ултырышы шаршамбы, 7 мартта, Р.Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында үтәсәк.

Кәңәшмәлә ведомствоның 2011 йыл өсөн эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаласаҡ һәм 2012 йылға дәүләт мәғариф сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса бурыстар билдәләнәсәк.

БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республика педагогтары бөгөнгө шарттарҙа һөнәрҙең абруйын арттырыу, төбәктә эшләүсе мәғариф хеҙмәткәрҙәренең социаль яҡланыуы, мәғариф учреждениеларында санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм башҡа мәсьәләләрҙе тикшерәсәк.

Коллегия 11 сәғәттә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть