Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Йыл башынан алып 19 законһыҙ урман ҡырҡыу осрағы асыҡланған

Иҡтисад

2012 йыл башынан алып БР Урман хужалығы министрлығының мобиль төркөмдәре инспекторҙары менән (уларҙың төп бурысы – ағас ҡырҡыуҙы һәм ағас ташыуҙы контролдә тотоу) 950-гә яҡын автотранспорт сараһы тикшерелгән.

Бынан тыш, Урман хужалығы министрлығы хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә йыл башынан алып 120-гә яҡын рейд ойошторған. Рейдтар һөҙөмтәһендә 19 законһыҙ ағас ҡырҡыу осрағы асыҡланған. Законһыҙ ҡырҡылған ағас күләме 138 кубометрҙан ашҡан. Республиканың урман хужалығына йәшереп ағас ҡырҡыусылар 811 меңдән ашыу суммалыҡ зыян килтергән.

«Башинформ» агентлығына министрлыҡтың матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллиндың хәбәр итеүенсә, бөтә материалдар ҙа дәүләт контроленең тейешле территориаль бүлексәләренә, шулай уҡ енәйәт эше асыу өсөн тәфтиш органдарына тапшырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть