3 декабрь, Шәмбе

05 март 2012 йыл, 13:40

Республикала Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы көндәре үтте

автор: Тимур Мешков

Башҡортостан баш ҡалаһында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы буйынса бер юлы ике сара үтте. Улар – Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы дәүләт-ағзаларының таможня хеҙмәттәшлеге буйынса махсус эш төркөмөнөң 17-се ултырышы һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының кадрҙар әҙерләү менән шөғөлләнгән дәүләт-ағзаларының таможня органдары хеҙмәткәрҙәренең осрашыуы.

Өфөлә Рәсәй, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан илдәренең таможня органдары вәкилдәре йыйылды.

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы сиктәрендә проектҡа ярашлы артабанғы эшмәкәрлек буйынса саралар әҙерләү көн тәртибендә ҡаралған иң ауыр мәсьәләләрҙең береһе булды. Бындай күрһәтмәне Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһынаң хөкүмәт башлыҡтары бирҙе. Мәсьәлә таможня хеҙмәтенә генә түгел, таможня тематикаһы буйынса үҙ тәҡдимдәрен индереүсе башҡа ведомстволарға ла ҡағыла. Махсус эш төркөмө иһә таможня өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы бүлекте генә ҡарағайны.

Махсус эш төркөмө тикшереүгә тәҡдим иткән йәнә бер мәсьәлә — Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының дәүләт-ағзалары хөкүмәттәре араһында халыҡ-ара автомобилдә тауар ташыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу тураһында килешеү проекты. Документ Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының дәүләт-ағзалары тауарҙарын ташыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләү һөҙөмтәһендә булдырылды.

Төркөм ултырышында таможня органдары халыҡ-ара автомобилдә тауар ташыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен әйтеп ишеттерҙе.

Йәнә бер мәсьәлә — ҡабул ителгән документ – Энергия ресурстарын транспортлауҙы күҙәтеү аҫтына алыу өлкәһендә мәғлүмәт менән алмашыу тураһындағы протоколды тормошҡа ашырыу хаҡында. Уға 2008 йылда Астанала ҡул ҡуйылды.

Шулай уҡ кадрҙар әҙерләү өсөн яуаплы булған таможня хеҙмәттәре эксперттарының осрашыуы үтте. Был йүнәлештәге эш 2007 йылдан алып барыла.

Эксперттар Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы дәүләт-ағзаларының таможня органдары хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү буйынса тәжрибә уртаҡлашты.

Махсус эш төркөмөнөң сираттағы ултырышы ағымдағы йылдың авгусына билдәләнде.

темалар: хеҙмәттәшлек