11 декабрь, Йәкшәмбе

05 март 2012 йыл, 13:24

Өфөлә Владимир Путинды яҡлап концерт үткәрелә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Бөгөн Өфөлә Владимир Путинды яҡлап «Яҙ килде» тип исемләнгән байрам концерты үтәсәк. Уны Рус драма театры янындағы В.И.Ленин исемендәге майҙанда Владимир Путинды Башҡортостанда ижтимағи яҡлауҙың Халыҡ штабы ойоштора. Был сарала Өфөнән, шулай уҡ баш ҡалаға яҡын райондарҙан биш меңгә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә.

Концерт сиктәрендә «VIA Чаппа №1», «Non-Sense», «Ноу-Хау» барабансылар тамашаһы, Dj Virgin, Арина Трофимова кеүек популяр төркөмдәр һәм башҡарыусылар, башҡа билдәле артистар сығыш яһаясаҡ.

Концерт киске сәғәт 6-ла башлана.

темалар: концерттар