8 декабрь, Кесе йома

05 март 2012 йыл, 12:51

8 мартҡа ҡарай һыуытасаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Ағымдағы аҙна башы үткән аҙнанан әллә ни айырылмаясаҡ. Рәсәй Гидрометеоүҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала төнөн минус 8-10 градус буласаҡ. Көндөҙ 2 градусҡа тиклем йылытасаҡ. Төбәктә аяҙлы-болотло һауа торошо һаҡланасаҡ, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал.

Аҙнаның икенсе яртыһында Башҡортостанда бер аҙ һалҡынайтасаҡ. 7 марттан һәм унан һуңғы көндәрҙә 4 градусҡа тиклм һыуытыуы көтөлә. Төнөн термометр бағанаһы 17-20 градус һыуыҡ булыуын күрһәтәсәк.

темалар: һауа торошо