Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикалағы 70 ауыл хужалығы предприятиеһының һәр береһе мелиорацияға 3,5 миллион һум аласаҡ

Иҡтисад

Башҡортостанда дөйөм һәм индивидуаль ҡулланылыштағы мелиоратив системаларҙы үҫтереү буйынса айырым маҡсатлы тармаҡ программаһы раҫланды. Ул Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығында күрһәтелгән. Программа 2014 йылға тиклем иҫәпләнгән һәм быйыл ғәмәлгә индереләсәк, тип хәбәр иттеләр аграр ведомствоның матуғат хеҙмәтендә.  

Уға ярашлы һуғарыу системаларын һәм айырым урынлашҡан гидротехник ҡоролмаларҙы төҙөүгә, реконструкциялауға һәм техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыуға субсидиялар бүленәсәк. Хужалыҡтарға мелиорацияға сығымдарҙың 50 проценты ҡайтарылып биреләсәк.

Дәүләт ярҙамы сараларынан 27 райондың башлыса йәшелсә, картуф, мал аҙығы етештереү менән шөғөлләнгән 70 ауыл хужалығы предприятиеһы һәм крәҫтиән-фермер хужалығы файҙалана аласаҡ.

Республика ҡаҙнаһынан был маҡсатҡа 122,5 млн һум бүлеү ҡаралған. Федераль бюджеттан да ошо самаһы сумма күсереләсәк. Республика буйынса дөйөм алғанда программала ҡатнашыусы бер хужалыҡҡа 3,5 миллион һум бүленәсәк.

Бынан тыш, Башҡортостанда 2012 йылда һыу үткәреүгә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн тағы 5 млн һум бүлеү планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть