10 декабрь, Шәмбе

05 март 2012 йыл, 12:20

Йәрмәкәй районында йәш ғаиләләргә яңы фатирҙарҙан асҡыстар тапшырылды

автор: Әлим Фәйезов

Йәрмәкәй районында капиталь ремонттан һуң үҙәк район дауаханаһын асыу тантанаһы үтте. «Башинформ» агентлығына Йәрмәкәй районы хакимиәте хеҙмәткәре Флорида Шакирова хәбәр итеүенсә, объектты реконструкциялауға республика бюджетынан 4 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ремонт эштәре бер ай дауам иткән. Күрелгән саралар медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.

Сарала Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов, Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш педиатры Ләйсән Изотова ҡатнашты.

Артабан икенсе объект – реконструкцияланған йәштәр ятағын асыу тантанаһы үтте. Ятаҡта алты яңы фатир төҙөлгән. Һәр береһенең майҙаны 41 квадрат метр тәшкил итә. Был фатирҙар районда йәшәүсе йәш ғаиләләргә һәм белгестәргә бирелә. Район хакимиәтенән билдәләүенсә, тыуған яғында ҡалып, ғаилә ҡорған һәм киләсәктә участка алып үҙ йорттарын төҙөргә ниәтләгән йәштәр өсөн был бик уңайлы.

Шул уҡ көндө Йәрмәкәй ауылының мәҙәниәт йортонда «Киләсәк бәхетле бала саҡтан башлана» темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Мәктәп директорҙары, ата-әсәләр комитеты рәйестәре, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре балалар һәм үҫмерҙәр тормошон яҡшыртыу буйынса мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Халыҡты социаль яҡлау хеҙмәте, мәғариф бүлеге, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү буйынса комплекслы үҙәк, бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия вәкилдәре үҙ тәҡдимдәре менән бүлеште.

Яңы фатирҙарҙан асҡыстар тапшырыу тантанаһы ла мәҙәниәт йортонда үтте. Шулай уҡ сарала райондың күп балалы һәм өлгөлө ғаиләләре тәбрикләнде, өс ҡатынға «Әсәлек капиталы»на сертификат тапшырылды. Йәштәрҙе ҡотлап, муниципаль район хакимиәте башлығы Ғафуан Шәйхетдинов район етәкселегенең уларға ҙур өмөттәр бағлауын билдәләне. Ә Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау йылы сиктәрендә күрелгән саралар артабан да дауам итәсәк. Шулай итеп, яҡын арала йәнә ике йортто сафҡа индереү планлаштырыла. Төҙөлөш эштәрен ғәмәлдәге республика программалары сиктәрендә шәхси төҙөүселәр башҡарған.

Байрам саралары райондың барлыҡ ауылдарынан үҙешмәкәр артистарҙың матур концерты менән тамамланды.