Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан кадастр инженерҙары иҫәбе буйынса алдынғылар рәтендә

Иҡтисад

Ағымдағы йылдың 1 мартына ҡарата Башҡортостанда кадастр инженеры аттестатын алыуға дәғүә иткән 1350 кешенең 587-һе квалификация имтиханын уңышлы тапшырған.

Бирелгән ғаризалар һәм аттестация үткән инженерҙар иҫәбе буйынса республика Краснодар крайы, Мәскәү һәм Ростов өлкәләре һәм Мәскәү ҡалаһы менән бергә Рәсәйҙең иң яҡшы биш төбәге рәтендә тора. Был турала Росреестрҙың БР буйынса идаралығы хәбәр итә.

Былтыр Идаралыҡ комиссияның 50-нән ашыу ултырышында ҡатнашҡан. Ултырыш йомғаҡтары буйынса 736 дәғүәсе имтиханға үткәрелгән, 385 кеше имтиханды уңышлы тапшырған (52%). Онлайн-тест формаһында имтихан тапшырған белгестәр аттестат ала.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2014 йылға техник инвентаризация белгестәре һәм ер үлсәүселәргә алмашҡа кадастр инженерҙары ғына ҡаласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть