2 декабрь, Йома

05 март 2012 йыл, 11:59

Республика мәктәптәрендә компьютерҙарҙы тикшереү дауам итә

автор: Ольга Мортазина

Бик күп мәктәптәрҙә педагогтар уҡыусыларҙың компьютерҙарҙы ниндәй маҡсатта файҙаланыуын тикшермәй. Балаларҙы негатив мәғлүмәттән һаҡлау тураһындағы закон үтәлешен тикшереү буйынса 2011 йылға йомғаҡ яһаған республика прокуратураһы шундай һығымтаға килгән. Асыҡланыуынса, мәктәптәрҙәге компьютерҙарҙан экстремистик, порнографик сайттарға, шулай уҡ наркотиктарҙы рекламалаған һәм уларҙы етештереү өсөн рецептар биргән ресурстарға сикләүһеҙ инеү кеүек «Мәғариф тураһында»ғы РФ законын боҙоу осраҡтары ныҡ таралған.

Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, 2011 йылда район һәм ҡала прокурорҙары судҡа 385 ғариза биргән, 50 күрһәтмә индергән, уҡыу йорттарының 177 хеҙмәткәрен дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырған.

— Суд ҡарарҙары буйынса мәктәп компьютерҙары уҡыусыларҙың хәүефле эстәлекле сайттарға инеүен сикләүсе программалар менән йыһазландырылған. Бындай хоҡуҡ боҙоуҙарҙың күп булыуын иҫәпкә алып, тикшереүҙәр быйыл да дауам ителәсәк, — тип хәбәр иттеләр республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән.