3 декабрь, Шәмбе

05 март 2012 йыл, 11:39

Башҡортостан вәкилдәре Алжирҙағы II Халыҡ-ара нефть-газ күргәҙмәһендә ҡатнашасаҡ

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостандың эшлекле даирәләре вәкилдәре бөгөн Хасси-Мессауд ҡалаһында үтәсәк II Халыҡ-ара нефть-газ күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн Алжир Республикаһына юлланды. Визит 5-нән 13 мартҡа тиклем дауам итәсәк.

Делегацияны БР сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрының беренсе урынбаҫары Хәлил Рәхимов етәкләй. Уның менән бергә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе Наил Ҡотлогилдин һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Павел Бармин да сәфәргә сыҡҡан. Ҡатнашыусы предприятиелар араһында «Пакер» фәнни-производство фирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Бурсервис» фәнни-производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте , «БашИнноТек» инновация-инжиниринг үҙәге» фәнни предприятиеһы, шулай уҡ ете ситтән тороп ҡатнашыусы бар.

Халыҡ-ара нефть һәм газ күргәҙмәһенә барыуҙан тыш, сәфәр программаһында Рәсәйҙең Алжирҙағы Илсеһе менән осрашыу, дәүләт компаниялары етәкселәре, Алжирҙың Энергетика министрлығы вәкилдәре менән эшлекле контакттар ҙа планлаштырылған.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Павел Барминдың әйтеүенсә, республика предприятиеларының геологик разведкалауҙағы, нфть һәм газ сығарыуҙағы, углеводород сеймалын транспортлауҙағы компетенцияларын күрһәтеү, шулай уҡ Алжир баҙарына сығыу өсөн урындағы эшҡыуарҙар менән тура бәйләнештәр булдырыу визиттың төп маҡсаты булып тора.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, февралдә Өфөгә рәсми визит менән Алжир Халыҡ Демократик Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Смаил Шерги әфәнде килеп киткәйне. Рәсәй яғы менән хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм төбәктәр менән бәйләнештәр булдырыу был визиттың төп маҡсаты ине. Әүәлерәк Алжир Советтар Союзы ғалимдары, атап әйткәндә, тиҫтәләрсә йылдар дауамында был илдә эшләгән Өфө нефть институты (әле Өфө дәүләт нефть техник университеты) уҡытыусылары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барған.

Республиканың эшлекле даирәләренең Алжир илсеһе Смаил Шерги менән беренсе осрашыуы 2011 йыл аҙағында Мәскәүҙә үткәйне. Унда нефть һәм газ сығарыу һәм углеводород сеймалын эшкәртеү өлкәһендә ике яҡҡа ла файҙалы хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинселектәре тикшерелде. Һәм Алжир дипломаты менән осрашыу барышында профилле предприятиеларҙың производство һәм фәнни ҡеүәттәре менән ентекләберәк танышыу өсөн нефть һәм газ комплексы белгестәре менән алмашыу тураһында килешеү төҙөлдө.