6 декабрь, Шишәмбе

05 март 2012 йыл, 11:12

Рөстәм Хәмитов эшҡыуар хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында законға ҡул ҡуйҙы

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһында эшҡыуар хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында»ғы Законға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Документҡа ярашлы, эшҡыуарлыҡтың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауҙы тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһында эшҡыуар хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһы булдырыла.

Законда билдәләүенсә, эшҡыуарҙар эшмәкәрлеге тураһындағы ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индереү, был эшмәкәрлекте пропагандалау һәм популярлаштырыу ҙа вәкилдең бурыстарына инәсәк. Уның бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары хоҡуҡтарын тәьмин итеү өлкәһендә төбәк һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек итеүҙә ҡатнашыуы ла күҙ уңында тотола.

Башҡортостан Республикаһында 35 йәштән олораҡ булған, юғары белемле һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү өлкәһендә тәжрибәһе булған һәр Рәсәй гражданы эшҡыуар хоҡуҡтары буйынса вәкил була ала. Ул биш йылға тәғәйенләнә, бер үк кеше был вазифаны ике срок рәттән генә биләй ала, артабан икенсе кеше һайланасаҡ.  

Законға ярашлы, үҙ бурыстарын үтәгәндә, омбудсмен ниндәй ҙә булһа дәүләт органдарына һәм урындағы үҙидара органдарына буйһонмай.

Башҡортостан Президенты әлеге Закон үҙ көсөнә ингән көндән алып бер ай дауамында республиканың Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайға эшҡыуар хоҡуҡтары буйынса вәкил урынына кандидатура тәҡдим итәсәк. Республика Президенты вәкил урынына кандидат тәҡдим иткән көндән алып төбәктең Дәүләт Йыйылышы 30 көн дауамында был вазифаға тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул итергә тейеш.

Закон тексы хоҡуҡи мәғлүмәт буйынса рәсми порталда урынлаштырылған: http://www.npa.bashkortostan.ru/?show=1&seed=294.